

"Халҡыбыҙ элек-электән Ватан һағында уяу торған, илебеҙ өсөн йәнен-тәнен аямаған. 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, Афған, Чечня һуғыштары, әлеге көндә барған махсус хәрби операция булһынмы – беҙҙең ир-егеттәребеҙ береһенән дә ситтә ҡалмай. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә лә әйтте. Махсус хәрби операция һәм Еңеү өсөн бөтәһен дә эшләү төп тема булды.
Мөрәжәғәтнамәлә махсус хәрби операцияға, яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә, ветерандарға ярҙам итеүҙән тыш, халыҡ алдында булған социаль бурыстарҙы ла үтәргә кәрәк тигән йөкләмә ҡуйылды. Барлыҡ тармаҡтарҙа ла уңышҡа тик берҙәмлек менән генә өлгәшеп була, тине Радий Фәрит улы. Бында илебеҙҙә, республикабыҙҙа, районыбыҙҙа йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығы, берҙәмлеге лә күҙ уңында тотола. Фронтта ла, тылда ла милләт-ара дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек, илһөйәрлек, берҙәмлек менән генә Еңеүгә ирешергә була.
Асҡын районында ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү — иң өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса эш туҡтағаны юҡ. Һәр ауылда һәм район үҙәгендә ирекмәндәр штабында эш ҡайнай. Уларға “Ағинәйҙәр ҡоро”, ауыл-ҡатын-ҡыҙҙар советы, район башҡорттары ҡоролтайы, район рустары соборы, ветерандар советы йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем ярҙам итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙе артабан да бергәләп дауам итәсәкбеҙ.
Быуындан-быуынға күсә килгән илһөйәрлекте йәш быуында тәрбиәләргә тейешбеҙ. Районыбыҙҙа был йүнәлештә эш яҡшы алып барыла. “Йәш армиясы”лар, “шайморатовсы”лар ысын патриоттар булып үҫә. Был эш балалар баҡсаһынан уҡ юғары кимәлдә ойошторолған. Ветерандар йәш быуынға өлгө булып тора һәм илһөйәрлек тәрбиәләү эшендә әүҙем ҡатнаша. Ватанға хеҙмәт итеү — изге бурыс икәнлеген уҡыусылар аңлап, белеп үҫә".
Наилә Имаева.