

"2026 йыл республикабыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде.
Беҙҙең ауыл ҙур булмаһа ла, унда йәшәгән күп балалы ғаиләләр менән һоҡланырға була. Абишевтар, Миңлебаевтар, Вәлиевтар ғаиләләрендә 4-әр, 6-шар бала тәрбиәләнә.
"Айыҡ ауыл - 2025" республика конкурсы уңайынан беҙ ғаиләләр менән "Ҙур ғаилә — ныҡ тамырлы ағас" тип исемләнгән осрашыу үткәрҙек. Көнүҙәк темаларға әңгәмәләшеп, тәжрибә менән уртаҡлашҡандан һуң, уйындар ҙа уйнап алдыҡ. Һәр ғаилә үҙҙәренең бәйләнгән әйберҙәренән, үҙ ҡулдары менән эшләгән сувенирҙарынан күргәҙмә ойошторҙо.
Вәлиевтарҙың һоҡланғыс эштәре күҙҙең яуын алырҙай булһа, Миңлебаевтар бәйләмгә оҫта, ә ҡыҙҙарының төшөргән һүрәттәре иҫ киткес матур ине.
Абишевтар алмаз мозайкалары төҙөү менән мауыға икән.
Форсаттан файҙаланып, ауыл китапханасыһы Әлфиә Хәмит ҡыҙы фәһемле китаптар тәҡдим итте, фельдшерыбыҙ Гөлнара Ғабдрахман ҡыҙы вируслы ауырыуҙарға бирешмәҫ өсөн, нисек һаҡланырға кәрәклеген аңлатты.
Был күркәм сарала Вострецов ауыл биләмәһе башлығы Мөнәүәр Таһир улы ла ҡатнашты. Ул ғаиләләргә изге теләктәрен теләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Кисәбеҙ мул табын артында сәй эсеү менән тамамланды. Ауыл — кешеләр менән, ғаиләләр — балалар менән йәмле. Һәр ғаиләгә именлек, сәләмәтлек, бәхет теләйбеҙ. Ауылыбыҙ үҫһен, балалар күберәк тыуһын ине”, — тип беҙгә хәбәр итте Яңы Йәлдәк ауылында йәшәүсе Лена Мансур ҡыҙы Зиннурова.
Наилә Имаева.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2025 #АйыҡАуыл2025
#Борайрайоны#Бураевскийрайон
#ЯнаЙэлдэк#Новоельдяково