

“Ҡоймаҡ менән табын йыйыу —
Электән килгән йола.
Бергәләшеп ашағанда
Ул бигерәк тәмле булла”, — тип Солтанай ауылы ағинәйҙәре Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу сиктәрендә Ҡоймаҡ байрамы үткәрҙе.
Хәҙер бер генә табын да милли ризығыбыҙ — ҡоймаҡтан башҡа үтмәй. Аш-һыуға оҫта гүзәл заттар уның ниндәйен генә бешермәй! Әсе ҡамырҙан, сөсө ҡамырҙан, йоҡа итеп йәки ҡалын итеп, ыуыҙ, бауыр ҡоймаҡтары, ҡарабойҙай, манный, тары ярмаларынан бешерелгән ҡоймаҡтар — һанап бөткөһөҙ. Һәр кемдең үҙе генә белгән рецептары, ҡоймаҡ ҡойоү серҙәре бар.
Үткән ялда бар эшкә лә уңған, әүҙем ағинәй Рәйсә Сәләхетдинова үҙенең өйөндә гүзәл заттарҙы йыйып, Ҡоймаҡ байрамы үткәрҙе. Элек беҙҙең өләсәйҙәр бешергән кеүек, янып торған ауыл мейесендә тәмле итеп ҡоймаҡ бешерҙеләр. Шунан бер-береһе менән үҙҙәренең ҡоймаҡ ҡойоу рецептары менән бүлешеп, матур теләктәр әйтешеп, тәмле итеп сәй эстеләр. Шул арала ағинәйҙәр донъя хәлдәре тураһында һөйләште, алдағы көндәргә пландар ҡорҙо.
Илһөйәр Махатова.