Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
2 Февраль , 14:45

Мәғариф этнотур проекты башланды

Автономиялы, коммерцияға  ҡарамаған   «КультПРОсвет» ойошмаһы Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы менән берлектә «Башҡорт халҡын данлайым: Һәҙиә Дәүләтшина» мәғариф этнотур проектын башланы.

Мәғариф этнотур проекты  башландыМәғариф этнотур проекты  башланды
Мәғариф этнотур проекты башланды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эйә булған проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының Грант фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Был тарихи хәтерҙе һаҡлауға, йәш быуынды Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте менән таныштырыуға йүнәлтелгән күләмле мәғариф-мәҙәни проекты. Проект Бөрө ҡалаһында тормошҡа ашырыла.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премияға тәүгеләрҙән лайыҡ булған Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошо һәм ижады ошо ҡала менән бәйле. Ул үҙенең мәшһүр «Ырғыҙ» романын ошонда яҙып тамамлаған, ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән, мәңгелек төйәген дә тап ошонда тапҡан.
Проект ике этаптан тора. Тәүге этапта экскурсия маршруты әҙерләнә; әҙибәнең ерләнгән урында мемориал булдырыласаҡ. Яҙыусы менән бәйле әһәмиәтле урындарҙа мемориаль таҡтаташтар ҡуйыу, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге сквер төҙөү, яҙыусы музейының интерактив һәм виртуаль варианттарын булдырыу, «Ырғыҙ» романы буйынса театрлаштырылған спектаклдәр менән «Башҡорт тирмәһе» этнокиңлеген булдырыу планлаштырыла.
Икенсе этапта тәҡдим ителгән мәғариф маршруты буйлап автобус турҙары үткәреү, унда республиканың төрлө төбәктәренән йәштәрҙе саҡырыу планлаштырыла. Икенсе этап сентябрь айында башлана.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫы менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше махсус сайт аша тур маршрутының виртуаль вариантын ҡарай аласаҡ.
 
#ФСГОРБ #ГрантыРБ #АНОНиП_КультПРОсветъ #БирскийФилиалУУНиТ
#КурултайБашкирБирскогоРайона
#БөрөҠалаһыҺәмРайоныБашҡорттарыҠоролтайы
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас