

— “Барыһы ла Еңеү өсөн!” — тап ошо девиз аҫтында, ошо йүнәлештә эшләнек, эшләйбеҙ һәм эшләйәсәкбеҙ, сөнки милли-мәҙәни үҙәктәр, автономиялар һәр ваҡыт милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек мөхитен булдырыу аша Рәсәй, республика мәнфәғәтенә эшләне. Был төп нигеҙ хатта Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң эш уставында ла яҙылған. Төрлө милләт халыҡтарының берҙәмлеге һәр ваҡыт Рәсәйҙе башҡаларҙан айырып торҙо, уның көсө лә шунда. Махсус хәрби операция барған ваҡытта бөтә эшебеҙ Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән. Минеңсә, был йүнәлеш бик дөрөҫ, барыбыҙ өсөн дә хәҙер иң мөһиме – Еңеү. Бөтә Мишкә районы халҡы берҙәм булып, алғы һыҙыҡта ла, тылда ла ҡуйылған бурыстарҙы үтәйәсәк.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.