30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Төп тема – махсус хәрби операция һәм Еңеү өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ.
Мөрәжәғәтнамәне тыңлағандан һуң тыуған уйҙары менән «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының Ҡариҙел районы буйынса филиалының социаль координаторы Ришат Йыһанур улы Ғәлинуров уртаҡлашты:
- Хәрбиҙәргә ярҙам итеү республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә илебеҙ тормошонда өҫтөнлөклө булып ҡала. Ҡариҙел районында, Башҡортостандың башҡа муниципалитеттарындағы кеүек үк, был йүнәлештә ҙур эш алып барыла. Дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыу төбәк Башлығының Мөрәжәғәтнамәһенең төп йөкмәткеһе булды, сөнки был маҡсат бөтәһен дә берләштерә: фронтта дошманға ҡаршы торған егеттәрҙе, тылда ирекмәндәрҙе. Властар яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк һәм федераль ярҙам сараларын тормошҡа ашыра, был эш ағымдағы йылда ла дауам итәсәк. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ!
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.