Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң үҙ тәьҫораттары менән махсус хәрби операция ветераны, Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты рәйестәше Морат Шафиҡов уртаҡлашты. Махсус хәрби операцияла булып, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтҡан ветеран-яугир Мөрәжәғәтнамәнең көнүҙәклеген билдәләне.
– Бындай мөһим сәйәси сараға тәүге тапҡыр килдем һәм бик күп ыңғай тәьҫораттар алдым. Мөрәжәғәтнамә төбәк көн тәртибе сиктәренән сыға. Республика Башлығы шунда уҡ федераль һәм тарихи масштабты билдәләй, Башҡортостандың илдең берҙәм стратегияһының бер өлөшө булараҡ эш итеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Республикабыҙ ил менән бергә – бөтәһен дә еңеү өсөн эшләй. Һис шикһеҙ Башҡортостан бында үҙенең ҙур өлөшөн индерә. БПЛА тармағына ҙур иғтибар бүленде. Был миңә яҡын, сөнки мин ГРОМ “Каскад” подразделениеһында хеҙмәт иттем, беҙ унда пилотһыҙ аппараттар менән эш итә инек. Республикабыҙ БПЛА операторҙары әҙерләү буйынса компетенциялар үҙәгенә әйләнә. Шулай уҡ был аппараттарҙы етештереү буйынса ла алдынғы позициялар биләй барабыҙ. БПЛА буйынса яңы төр ғәскәрҙәр булдырылыуы бик һәйбәт тип иҫәпләйем. Был ғәскәрҙәрҙең ни тиклем мөһим һәм кәрәкле икәнлеген аңлайым. Республикабыҙ беренселәрҙән булып был эшкә ҡушылды, ғәскәрҙәр комплектлай башланы. Махсус уҡыу үҙәктәре булдырылыуы ла һәйбәт. Әлеге йүнәлеш киләсәктә лә кәрәк буласаҡ. Стратегик мөһим тармаҡ, ул һуғыш ҡына түгел, граждандар тормошонда ла ихтыяжлы. Тимәк, республика алға ҡарап эш итә. Шулай уҡ ветерандарға ярҙам итеү мөһим, Мөрәжәғәтнамәлә был темаға ла ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостан яугирҙәргә, ветерандарға һәм яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Беҙҙәге тиклем ярҙам саралары башҡаларҙа юҡтыр, – тине ул.
Автор фотоһы.