Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
31 Ғинуар , 06:20

Йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам итә

Махсус хәрби операция башланғас та  Асҡын районы ауылдарында  яугирҙарға ярҙам күрһәтеүселәр күтәрелеп сыҡты.  Улар йөрәк, намыҫ ҡушыуы буйынса ирекмән булып китте. Шундай әүҙем ирекмәндәрҙең береһе Миңлеғәле Шайморатов исемендәге район ирекмәндәр штабы ағзаһы Зәриә Мәғсәт ҡыҙы Усманова республика Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.  

Йөрәк ҡушыуы буйынса  ярҙам итәЙөрәк ҡушыуы буйынса  ярҙам итә
Йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам итә

"Республика Башлығы Радий Хәбировтың  Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә  махсус хәрби операция, яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү — төп тема булды.  Шуға ла Радий Фәрит улы сығышын"Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – Барыһы ла еңеү өсөн!" тип башланы. Мөрәжәғәтнамәнең  һәр һүҙенә  ҙур мәғәнә һәм аныҡ эш йүнәлештәре һалынған. Шундай ҙәр эш башҡарылған!  Тулыһынса хуплайбыҙ! Беҙ берҙәм булғанда ғына бар маҡсаттарға ирешәсәкбеҙ.

Бөгөн беҙҙең маҡсат — Еңеү! Фронт менән тыл берҙәм булғанда Еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта буласаҡ! Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү  — иң өҫтөнлөклө бурыс булып тора.  Районыбыҙҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса эш  туҡтағаны юҡ. Һәр ауылда һәм район үҙәгендә Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы базаһында һәм район гәзите редакцияһы бинаһында урынлашҡан ирекмәндәр пункттарында ла эш ҡайнай. Бында ирекмәндәр, хеҙмәт  коллективтары һәм битараф булмаған кешеләр яугирҙарға маскировка селтәрҙәрен үрә.

Мин дә  тормош иптшем  Әнфис Әлмис улы менән бергә  махсус хәрби операцияның башынан уҡ ирекле эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башланым. Туғандарым менән бергә  "Шьем и вяжем для своих" төркөмөн дә ойошторҙоҡ.  Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән һәм район Советы депутаты, әүҙем ирекмән Эдуард Тимерғәлин менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Яугирҙарыбыҙ һораған әйберҙәрҙе — аҙыҡ-түлектән алып төрлө ҡорамалдарға тиклем ауыл, район халҡы менән бергәләп  аҡса йыйып, һатып алып ебәрергә тырышабыҙ. Госпиталгә эләккән ир-егеттәр өсөн эске кейемдәр тегәбеҙ, маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ, түбәтәй – подшлемниктар, ойоҡбаш, бирсәткәләр бәйләйбеҙ, блиндаж шәмдәре эшләйбеҙ, йәшелсәләрҙән борщ, рассольник һәм башҡа тоҙланмалар әҙерләйбеҙ.

Шуныһы һөйөндөрә, бөгөн район үҙәгендә  һәм һәр ауылда гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороусылар арта бара, посылкалар йыйыу буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барыла.

“Барыһы ла Еңеү өсөн!” девизы асҡындар өсөн йәшәү рәүешенә әйләнде. Был эште беҙ алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәкбеҙ.

 Иң мөһиме — яугирҙарыбыҙ иҫән -һау Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын!” — тип һөйләне Зәриә Мәғсәт ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Фотолар Зәриә Усанованың  архивынан алынды.

 

 

Йөрәк ҡушыуы буйынса  ярҙам итә
Йөрәк ҡушыуы буйынса  ярҙам итә
Йөрәк ҡушыуы буйынса  ярҙам итә
Йөрәк ҡушыуы буйынса  ярҙам итә
Йөрәк ҡушыуы буйынса  ярҙам итә
Йөрәк ҡушыуы буйынса  ярҙам итә
Йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам итә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас