Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар , 12:05

Тайҡаш оҫталары ижад серҙәре менән уртаҡлашты

Ҡариҙел  үҫмерҙәр моделле китапханаһында «Таланттар урыны» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә оҫталарҙы туплау нөктәһе асылды.

Тайҡаш оҫталары ижад серҙәре менән уртаҡлашты
Тайҡаш оҫталары ижад серҙәре менән уртаҡлашты

Китапхана хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән конкурста  еңеү яулап,  Ҡариҙел районында «Таланттар урыны» проектын тормошҡа ашырыу хоҡуғына эйә булды.
Шул маҡсаттан, йыл барышында үҫмерҙәр китапханаһында халыҡ кәсептәренә, халыҡ ижадына арналған һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса төрлө өлкәләге эксперттар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм белем биреү саралары планлаштырылған.
Беренселәрҙән булып  «Айыҡ ауыл-2025» республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Тайҡаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең ижади серҙәре менән уртаҡлашты.

Ауыл оҫталарының береһе — мәҙәниәт йорто методисты, милли кейемдәрҙе тергеҙеүсе белгес Лениза Муллаярова. Ул халыҡ биҙәүестәрен ҙур теләк менән эшләй һәм милли кейемдәрҙе тергеҙә, башҡорт, татар, мишәр мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға, пропагандалауға ҙур өлөш индерә.
Бөгөн Лениза Мәҙехәт ҡыҙы башҡорт күкрәксәһен (түшелдереген) эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Эшкә тотонор алдынан ул милли кейемдең эшләү тәртибе һәм уларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, артабан сараның ҡунаҡтары түшелдеректе үҙҙәре, белгес ярҙамында, эшләп ҡараны.

Яңы йылдың башында ғына старт алған проектта   ҡатнашыуҙан бөтәһе лә ҡәнәғәтлек алып таралышты.
Ойоштороусылар Лениза Муллаярова һәм уның ярҙамсыһы Илүсә Карамоваға мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе күрһәткәндәре өсөн рәхмәт еткерә. Шулай уҡ «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһе финалында уңыштар теләп ҡала.

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

Тайҡаш оҫталары ижад серҙәре менән уртаҡлашты
Тайҡаш оҫталары ижад серҙәре менән уртаҡлашты
Тайҡаш оҫталары ижад серҙәре менән уртаҡлашты
Тайҡаш оҫталары ижад серҙәре менән уртаҡлашты
Тайҡаш оҫталары ижад серҙәре менән уртаҡлашты
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас