Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар , 16:05

Студенттар советы – дөйөм ятаҡтың йөрәге

Уның составында — әүҙем һәм тиҫтерҙәре яҙмышына битараф булмаған ҡыҙҙар һәм егеттәр.

Студенттар советы – дөйөм ятаҡтың йөрәге
Студенттар советы – дөйөм ятаҡтың йөрәге

Өфө фән һәм технологиялар университетының 2-се дөйөм ятағы – күп студенттар өсөн икенсе йорт, аралашыу, уҡыу һәм бергәләп ял итеү үҙәге. Студенттарҙың уңайлы, хәүефһеҙ йәшәйеше һәм һәр яҡлап үҫеше өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған бында.
Бигерәк тә кистәрен күңелле. Кем киске аш бешерә, кем киләһе концертҡа әҙерләнә, теге йәки был бүлмәлә художестволы әҫәрҙе семинар
дәрескә тиклем тамамларға тырышҡандар бар. Ятаҡтағы студенттарҙың күпселеге филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетынан булыуын иҫәпкә алғанда, был тәбиғи хәл.
Ә бына студенттарҙың дөйөм эшмәкәрлеген, берҙәмлеген һәм татыулығын тәьмин итеү ҙә мөһим. Тап ошо маҡсат менән дөйөм ятаҡтың студенттар советы ойошторолған. Был берләшмә дөйөм ятаҡ менән студенттар араһын бәйләүсе
төп күпер булып тора. Уның составында — әүҙем һәм тиҫтерҙәре яҙмышына битараф булмаған ҡыҙҙар һәм егеттәр. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеүгә, һөҙөмтәле диалог ҡороуға яуаплы улар. Көнкүреш шарттарын яҡшыртыу һәм төрлө ял ойоштороу ғына түгел, ә студенттар араһында изгелек, үҙ-ара ярҙам итеү мөхитен булдырыу ҙа
улар иңендә.
Студенттар советы ятаҡ тәртибен һаҡлауға йүнәлтелгән байтаҡ йүнәлештәрҙән тора. Совет рәйесе — Полина Золотарева
һәм Аделина Әбдейәнова уның урынбаҫары. Йәштәр дружинаһының хоҡуҡ
тәртибен һаҡлау башында Юлай Хәйруллин, Илсаф Ғирфанов, Андрей Мусалин тора. Улар ятаҡтағы тәртипте һаҡлауҙан тыш уҡыу йортонда
үткәрелгән төрлө йыйылыш, конференция кеүек сараларҙың хәүефһеҙ үтеүенә лә яуаплы.
Старосталар һәм һәр ҡаттың санитарҙары коридорҙағы һәм аш-һыу
бүлмәһендәге таҙалыҡты хәстәрләй. Улар – Залина Вәлиуллина, Гөлдәр Шиһапова, Анастасия Ғәзизова, Алина Хәжиева, Айгөл Мансурова, Гунча Нургелдиева. Шулай уҡ душ һәм янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылар бар.
Таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлауҙан тыш студенттарҙың ялын ойоштороуҙы ла оноторға ярамай. Мәғлүмәтте компьютерҙа эшкәртеү буйынса яуаплы кеше – Диана Ғәлимова. Ул ятаҡҡа урынлаштырыу һәм аттестациялау ваҡытында студенттар тураһында мәғлүмәтте бергә туплай.
Ятаҡта үткәрелгән мәҙәни сараларға Эльвина Ғайсина яуап бирә һәм социаль селтәрҙә постар яҙа. Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының профсоюздар бюроһы рәйесе – Элиза Хөсәйенова.
Берләшмәлә мин дә торам. Икенсе ҡаттың старостаһымын. Төп бурысым – ҡатты таҙалыҡта, уңайлы шарттарҙа һәм тыныслыҡта тотоу. Бынан тыш, документтар менән шөғөлләнәм. Эш етерлек. Студенттарҙы ятаҡҡа
урынлаштырыу, аттестация ҡағыҙҙарын тултырыу байтаҡ ваҡытты ала, шулай ҙа күңелле һәм мауыҡтырғыс.
Ни өсөн студенттар советына ҡушылырға булдым? Беренсе курста уҡ уларҙың эшмәкәрлеге мине рухландырҙы һәм уның бер өлөшө булырға теләнем. Студенттар кандидатурамды хупланы, һәм бына мин икенсе йыл
ошо берләшмәлә. Әлбиттә, төрлө ауырлыҡтар менән дә осрашырға тура килә, әммә улар ваҡытлыса. Бергәләп сетерекле мәсьәләләрҙе тиҙ генә хәл итергә тырышабыҙ. Улар яҡшы мәлдәрҙе бөтөнләй юҡҡа сығармай. Ҡыҙыҡлы һәм
бай рухлы тиҫтерҙәрем менән таныштым, бәхәстәрҙе һөйләшеп хәл итергә өйрәндем.
Шулай итеп, студенттар советы – ул дөйөм ятаҡтағы берләшмәнең тауышы. Уның һөҙөмтәле эше уңайлылыҡ тәьмин итә, ял ойоштора һәм йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарын гарантиялай. Советта ҡатнашыу
– ул тирә-яҡ тормошҡа йоғонто яһау мөмкинлеге генә түгел, ә лидерлыҡ һәм социаль яуаплылыҡ мәктәбе лә.
Студенттар советында булған йәштәрҙең үҙ эшмәкәрлегенә мөнәсәбәте нисек?
Әлиә Нәфиҡова, душ өсөн яуаплы: «Мин студенттар советына инергә булдым, сөнки беренсе курста уҡ үҙемде яңы эшмәкәрлектә һынап ҡарарға теләнем. Вазифам оҡшай, күп дуҫтар таптым, онотолмаҫ
тәьҫораттар алдым, тәжрибә тупланым».
Алһыу Ғәлиева, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы: «Мин 4-се ҡаттың янғын хәүефһеҙлеген күҙәтәм. Эшем оҡшай һәм уға яуаплы ҡарайым. Көн һайын бер ниндәй ҙә хәүефле хәлдәр булмаһын өсөн газ плитәләрен
тикшерәм. Студенттар советында әүҙем ҡатнашыуыма шатмын».
Гөлдәр Шиһапова.

Бөрө ҡалаһы.

Студенттар советы – дөйөм ятаҡтың йөрәге
Студенттар советы – дөйөм ятаҡтың йөрәге
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас