Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар , 15:10

Радий Хәбиров МХО-ла юғалған яугирҙарҙы эҙләү өсөн төркөм ойошторорға ҡушты

Башҡортостан Башлығы республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү темаһына ла ҡағылды.

Радий Хәбиров МХО-ла юғалған яугирҙарҙы эҙләү өсөн төркөм ойошторорға ҡушты
Радий Хәбиров МХО-ла юғалған яугирҙарҙы эҙләү өсөн төркөм ойошторорға ҡушты

 

«Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Александровна Панькинаға һәм Рәсәй Федерацияһының Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Татьяна Николаевна Москальковаға ир-егеттәребеҙҙе тыуған яғына ҡайтарыуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм.

Беҙҙең дөйөм эштә Эльвира Александровна Мацкевич етәкселегендәге Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты мөһим роль уйнай. Улар ҙа хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләү буйынса ҡатмарлы эш алып бара.

Ирина Александровна Панькина етәкселегендә даими эшләгән эшсе төркөм булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем. Руслан Таһир улы Хәбибовтан федераль органдар – Хәрби комиссариат һәм комендатура, Хәрби прокурор, Өфө гарнизонының Хәрби тәфтиш бүлеге һәм башҡа структуралар менән берлектә был эште ойоштороуҙы һорайым.

Республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Иванович Закомалдиндан туғандары хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә алһын өсөн бәйләнеш офисы булдырыуҙы һорайым», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-01-30/glava-bashkirii-dal-porucheniya-po-organizatsii-poiska-propavshih-na-svo-boytsov-4557039

Автор: Ләйлә Аралбаева, Азат Ғиззәтуллин
Автор:
Читайте нас