Район Мәҙәниәт һарайында ойошторолған сарала күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ете гүзәл затҡа “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Иҫке Васькин ауылынан Марина Аспаева ла бар ине.
Марина 1976 йылда Бөрө районының Акуди ауылында донъяға килә. Ата-әсәһенең беренсе балаһы, унан һуң тағы ла дүртәү тыуа. Ҡыҙ 2-се класта уҡығанда ғаиләләре Мишкә районының Яңы Васькин ауылына күсенә.
1991 йылда 9-сы класты тамамлағандан һуң Марина Нефтекама ҡалаһының 69-сы урта һөнәри техник училищеһына уҡырға инә. Иләү йыһазы операторы һөнәрен үҙләштереп, ул Нефтекама яһалма күн етештереү берекмәһе фабрикаһына эшкә урынлаша. 1995 йылдан 2001 йылға тиклем Мишкәнең 150-се ауыл һөнәри техник училищеһында төрлө эштәрҙә һәм һауынсы булып эшләй. Артабан 15 йыл Мишкә район мәҙәниәт һарайында йыйыштырыусы булып хеҙмәт һала. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Марина үҙен намыҫлы хеҙмәткәр итеп таныта, вазифаларына яуаплы ҡарай. Әлеге ваҡытта күп балалы әсә инвалид балаһы менән өйҙә, шәхси хужалыҡты алып бара, балаларын тәрбиәләй.
Марина Михайловна тормош иптәше Дмитрий Яковлевич менән биш бала үҫтерә. Ғаилә ҙур хужалыҡ тота. Шулай уҡ Аспаевтар ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә: тауыҡтар, ҡаҙҙар, өйрәктәр үрсетә. Бәпкәләрҙе үҙҙәре өй инкубаторында сығара.
— Хеҙмәт беҙҙең өсөн — төп тәрбиә сығанағы, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша әсә кеше. — Йорт хайуандарын ҡараған балалар изге күңелле була. Беҙ уларҙы мәжбүр итмәйбеҙ, хеҙмәттең мөһимлеген генә аңлатабыҙ. Улар беҙгә ихлас ярҙам итә. Мин үҙем 10 йәштән әсәйемә фермала булыштым. 17 йәштә, әсәйем отпускыла саҡта, уны алмаштырҙым. Дима менән дә шунда таныштыҡ. Ул сығышы менән Иҫке Васькин ауылынан, минән биш йәшкә оло. Фермала тракторсы булып эшләй ине. Миңә 18 йәш тулғас, өйләнештек, туй үткәрҙек. Бына 31 йыл бергәбеҙ. Өс өй төҙөнөк. Хәҙер ирем Мишкә үҙәк район дауаханаһында водитель булып эшләй.
Аспаевтар балалары өсөн бар яҡлап та өлгө булып тора. Өлкәндәре тормошта үҙ юлын тапҡан инде, ғаилә ҡорған, кеселәре ата-әсәгә хужалыҡ буйынса булыша, хеҙмәт һөйөүсәндәр, тырыштар.
Оло улдары — 29 йәшлек Игорь Мишкә агросәнәғәт колледжын тамамлаған, “Комфорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә тракторсы булып эшләй. Икенселәре Геннадийға 25 йәш, 2019 йылда дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры белгеслеге буйынса шулай уҡ Мишкә агросәнәғәт колледжын тамамлаған, “Новоинтех инжиниринг” йәмғиәтендә металл конструкцияларҙы йыйыу буйынса монтажсы булып эшләй. Ҡыҙҙары Дианаға 22 йәш, ул Бөрө кооператив техникумын тамамлаған, әлеге ваҡытта бала ҡарау буйынса декрет ялында. 11 йәшлек Мирослава Мишкә полилингваль күп профилле 2-се мәктәбендә 5-се класта уҡый. Ә алты йәшлек Елизавета балалар баҡсаһына йөрөй.
— Күп балалы әсә булыу ауырмы? — тип һорағас:
— Әсә булыу — минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Һәр иртәм — яйға һалынған бер механизм кеүек. Торабыҙ, йоҡлаған урынды йыябыҙ, ашайбыҙ. Артабан балаларҙы мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына оҙатабыҙ. Минең төп бурыс — уларҙы ашатыу, кейендереү генә түгел, ә дөрөҫ тәрбиә биреү, яуаплы, үҙ аллы итеп үҫтереү. Һәр бала беҙҙең өсөн ҡәҙерле. “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыуыма бик шатмын. Уны балалар тәрбиәләүҙәге өлөш өсөн тапшыралар. Награданы алыр өсөн етди тикшереү үткәрәләр: махсус комиссия килеп балаларҙың ниндәй шарттарҙа йәшәгәнен, уҡығанын ҡараны. Был миҙал беҙҙең ҙур хеҙмәтебеҙгә лайыҡлы баһа, тип уйлайым. Мин уны район хакимиәте башлығы Лариса Александрова ҡулынан алыуыма сикһеҙ шатмын.
Үҙемдең тәү тапҡыр әсә булғандағы хис-тойғоларҙы әле лә хәтерләйем. 29 йыл үтте, барыһы ла иҫтә. Миңә 20 йәш ине. Игорь улым тыуғандан һуң нисек шатланғанымды һүҙҙәр менән генә аңлатып булмай. Ҡыҙҙарға һәм буласаҡ әсәйҙәргә әйтер һүҙем шул: ҡурыҡмағыҙ! Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Мин биш балам менән ғорурланам. Ғүмер бит бик тиҙ үтә. Бына беҙҙең инде ирем менән ейәндәребеҙ үҫеп килә. Өләсәй булыу ҙа ҙур бәхет, — тип яуап бирҙе.
Яҙмыш шулай ҡуша, Аспаевтарҙың кесе ҡыҙы инвалид булып тыуа: өҫкө ирене ярыҡ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙә 500-1000 сабыйҙың береһе ошо диагноз менән донъяға килә. Ләкин ҡатмарлы диагноз ата-әсәне ҡурҡытмай, киреһенсә, баланы иғтибар һәм һөйөү менән уратып алып, ошо һынауҙы ҡыйыу үтеү юлына баҫалар. Әлегә Лизаға ике операция яһағандар. Быйыл ул 1-се класҡа уҡырға барасаҡ. Теремек ҡыҙ “Буласаҡ 1-се кластар мәктәбе”нә йөрөй.
— Әсәйем алсаҡ, изге күңелле, бар эшкә лә уңған. Тәмле итеп бешерә, ауырыһаҡ һәр ваҡыт яныбыҙҙа була, дауалай. Мин әсәйемде бик яратам. Уның менән төрлө уйындар уйнайбыҙ, ҡул эше менән булашабыҙ, — ти бәләкәй Лиза әсәһе тураһында.
Әйткәндәй, Марина Михайловна бешеренергә бик оҫта, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, бәйләй, тегә.
— Һеҙ һоҡланғыс әсәй, оҫта хужабикә. Быларҙың барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ? — тип һорайым мәҡәләм геройынан.
— Миңә ауыр түгел. Бөтәһен дә яратып башҡарам. Ваҡыт үтеү менән эштәрҙе тиҙерәк башҡарырға өйрәнәһең. Бөтә мәшәҡәттәр араһында үҙеңә лә ваҡыт бүлергә кәрәк, сөнки бынан башҡа булмай. Балалар бит матур, үҙен ҡараған, асыҡ йөҙлө әсәйҙе ярата. Мин уларға һәр яҡлап өлгө булырға тейешмен, — ти Марина Аспаева.
Светлана Тоймырҙина.
Мишкә районы.