Йыйылышта проектты финанслау күләме һәм сығанаҡтары билдәләнде. Территорияны төҙөкләндереүҙең дөйөм хаҡы 562 757 һум тәшкил итә. Аҡсаларҙың төп өлөшөн — 400 мең һумды республика бюджетынан йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Район бюджетынан 90 757,46 һум талап ителә. Ҡалған өлөш — 36-шар мең һум халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйылырға тейеш.
Ошо көндәрҙә ауыл мәҙәниәт йортонда инициатив төркөмдөң беренсе ултырышы үтте. Уның составында — 10 кеше, төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләре. Бергә йыйылғанда һәр йүнәлеш буйынса яуаплы кешеләр һәм уны башҡарыу ваҡыты билдәләнде. Инициатив төркөм ағзалары ауыл биләмәһе хакимиәте һәм халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙең мөһимлеген әйтте, шулай уҡ был эшкә йәштәрҙе йәлеп итеп, уларҙың да фекерен иҫәпкә алырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ауыл халҡының әүҙемлеге, уларҙың йәнтөйәктәрен төҙөкләндерергә, матурларға ҡыҙыҡһыныулы ҡарашы һәм ярҙамы менән проекттың уңышлы тормошҡа ашырына ышаныс бар. Шулай итеп, Ключи ауылы халҡын киләсәктә көндәлек тормоштарын уңайлы һәм йәнле иткән, мөһим үҙгәрештәр көтә.
Лениза Закирова.
Фото архивтан.