— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаһы — махсус хәрби операция, яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Мөрәжәғәтнамәнең исеме лә “Барыһы ла Еңеү өсөн!” булды. Радий Фәрит улы: “Сит ҡайғы булмай. Ярҙам итергә ынтылыу — ул беҙҙең мәҙәни код”, — тине.
Махсус хәрби операция башланыу менән район ағинәйҙәре ауылдарҙа тупланып, беренселәрҙән булып ярҙам эшен ойоштора башланы. Асҡын ауылы ағинәйҙәрен алайыҡмы, Ҡаҙансы яғымы, Ҡубияҙ, Ҡарткисәк, Солтанбәк ауылдарымы — изге күңелле, оло йөрәкле, берҙәм ағинәйҙәр Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә. Улар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, ойоҡбаш-бирсәткәләр, башлыҡтар бәйләй, салаттар, борщтар яһай, туҡмас киҫә — ағинәйҙәр башҡарған эштәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел. Улар көнө-төнө доғала булып, махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың әсәләре өсөн дә рухи таяныс булып тора.
Бөгөн беҙҙең барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс – МХО-ға ярҙам итеү. Беҙ, ағинәйҙәр, тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ, именлек килеүен, ир-егеттәребеҙҙең Еңеү менән ҡайтыуын, әсәйҙәрҙең йөрәктәре һыҙламауын теләп, артабан да изге эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, — тине “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Закира Хатмулла ҡыҙы Ғилметдинова.
Илһөйәр Махатова. Фотолар архивтан.