Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар , 14:05

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

Башҡортостан етәксеһе медицина йәмәғәтселегенең башланғысын хупланы һәм республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исемен бирергә тәҡдим итте.

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә
Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

«Хәтерегеҙгә төшөрәм, табип, медицина взводы командиры Михаил Каменев 2023 йылдың ноябрендә Авдеевка янында яралы яугирҙәрҙе һуғыш яланынан эвакуациялағанда һәләк була. Уларҙың санитар машинаһын пилотһыҙ осоу аппараты эҙәрлекләй башлай. Ул яралыларҙы ташлап китмәй, һуңғы һулышына тиклем һөнәри бурысына тоғро ҡала. Бөтәһе лә әһәләк була. Президент указы менән медицина хеҙмәте лейтенанты Михаил Каменев Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә (үлгәндән һуң).

Госпиталгә уның исемен биреү тураһында ҡарар МХО-ла һәләк булған медиктар тураһында иң яҡшы иҫтәлеге буласаҡ. Хөкүмәттән тейешле ойоштороу эшен башҡарыуҙы һорайым», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2026-01-30/v-ufe-gospitalyu-veteranov-voyn-prisvoyat-imya-vracha-hirurga-mihaila-kameneva-4556924

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
һәм  Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы / матбуғат хеҙмәте
Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә
Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә
Автор:
Читайте нас