Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар , 13:45

"Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ!"

Башҡортостан төбәктәрҙән беренсе булып ирекле батальондар ойошторҙо.

"Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ!"
"Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ!"

«Башҡортостан» полкы, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальондары, Салауат Юлаев исемендәге Рәсәй Гвардияһы батальондары һәм башҡа подразделениелар хәрбиҙәре менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең ҡаһарман яҡташтарыбыҙ Донбасс, Луганск, Запорожье һәм Херсон территорияларын азат итә.Уларҙың өс меңдән ашыуы Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. Доставалов исемендәге Батальон «гвардия»исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә.

Легендар «Башҡортостан»полкының хәрби юлын әйтеп үтәйем. Бүлексә яугирҙәре һалдаттар араһында «ҡәһәрле урман» булараҡ билдәле Серебрянский урмансылығын азат итеү өсөн ауыр һәм көсөргәнешле алыштарҙа ҡатнашты. Торское, Кировск ҡалаларын штурмланылар, ә хәҙер Красный Лиманда ҡаты урам һуғыштары алып баралар.

Бөгөн залда Шайморатов исемендәге Башҡорт ирекле батальоны командиры, «Айыу» позывнойлы легендар комбат, гвардия подполковнигы, өс Батырлыҡ ордены кавалеры Евгений Николаевич Токарев ҡатнаша.

Хөрмәтле Евгений Николаевич, 2022 йылда  Һеҙ һәм иптәштәрегеҙ Ватанды яҡлауға беренсе булып баҫҡанығыҙ өсөн рәхмәт. «Шайморатовсылар» ҙың ҡаһарманлыҡтары, уларҙың хәрби юлы, 2023 йылда Бахмут янында Украинаның хәрби көстәренең контрһөжүмде өҙөүҙәге өлөшөгөҙ – Башҡортостан хәрби подразделениеларының хәрби йылъяҙмаһында айырым урын биләй.

Беҙ күп тапҡырҙар яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән подразделениеларға барабыҙ. Яугирҙәр менән аралашабыҙ, уларҙың теләктәр тыңлайбыҙ, туғандарына сәләм тапшырабыҙ. Дөрөҫөн әйтәм- улар янына ҡабат-ҡабат барғы килә.

Көслө, ихлас, ышаныслы, шул уҡ ваҡытта бик тыйнаҡ һәм талапсан булмаған, ярҙам өсөн рәхмәт әйтеп, бер ҡасан да артығын һорамаған ысын ир-егеттәрҙе мин бер ҡайҙа ла күргәнем булманы.

Әлбиттә, беҙ яугирҙарыбыҙҙы бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Батальондарыбыҙҙың беренсе сиратта нимәгә мохтаж булыуҙарын  исемле подразделениелар командирҙары менән тағы бер тапҡыр асыҡларбыҙ,», - тип билдәләне Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда.

ФОТО: "Башинформ"

Автор: Рамиля Истанбаева
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас