Мәктәпте тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан ҡыҙ һәм егеттәр районыбыҙ киләсәге өсөн ҙур өмөттәр уята. Шуларҙың береһе — Штәнде ауылы ҡыҙы Юлиә Асрарова.
Үткән йыл Штәнде урта мәктәбен уңышлы тамамлаған Юлиә уҡыу йылдарында тырышлығы һәм һәләтле булыуы менән танылды. Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшырып, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырҙы. Ул Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына следователь (енәйәт эшен судҡа тиклем тикшереүсе хеҙмәткәр) белгеслеге буйынса уҡырға инде.
Хоҡуҡ һаҡлау системаһында хеҙмәт итеү намыҫ, яҡшы әҙерлек һәм яуаплылыҡ талап итә. Следователь — бик етди, яуаплы һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Юлиәнең был юлды һайлауы уның белемле булыуын ғына түгел, ә Ватанына хеҙмәт итергә булған ҙур теләген дә күрһәтә. Ул бөгөн Рәсәйҙең алдынғы хәрби-юридик уҡыу йорттарының береһе булған Өфө юридик институтында беренсе курста уҡый.
“Бала саҡтан миңә форма кейгән кешеләр оҡшай ине. Минең дә улар кеүек булғым килде. Һәм бына хыялым тормошҡа аша. Әлбиттә, бында уҡыу ауыр, был бер кемгә лә сер түгел. Армиялағы кеүек режим менән уҡыйбыҙ һәм йәшәйбеҙ”, — ти ауырлыҡтарға бирешмәүсе райондашыбыҙ.
Юлиәнең тырышлығын белгәнгә, хыялдарын тормошҡа ашырырына шик юҡ, барыһын да булдырыр. Мәктәп йылдарында уҡыу алдынғыһы була, төрлө фән буйынса олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә еңеү яулаған, спортта һәм мәҙәниәттә ҙур уңыштарға ирешкән ҡыҙ ул.
Татар һәм башҡорт телдәренән олимпиадаларҙы ғына алайыҡ. Бер нисә йыл рәттән районда еңеү яулап, республика һәм төбәк-ара этаптарҙа ла призер булды.
Төрлө фәндәр буйынса тикшеренеү эштәре яҙып, Бөтә Рәсәй дәрәжәһендә үткән конкурстар еңеүсеһе лә ул.
Мәктәптә ирешелгән уңыштары, бар яҡлап та булдыҡлылығы уға студент йылдарында ныҡлы нигеҙ булып тора. Юлиә кеүек райондаштарыбыҙ — беҙҙең ғорурлыҡ.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.