Солтанай ауылы халҡы быйыл “Улар Тыуған ил өсөн көрәште” обелискын төҙөкләндерергә ниәтләп, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Был йәһәттән ауылда әленән-әле төрлө саралар үтә. Ошо көндәрҙә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында спорт байрамы ойошторолдо. Унда балалар ҙа, урта быуын да, ололар ҙа ҡатнашты. Улар йыйылышып саф һауала рәхәтләнеп әүҙем ял итте: саңғыла йөрөнөләр, тауҙан шыуҙылар, хәрәкәтле уйындар уйнанылар.
Солтанайҙар ата-бабаларын да онотмай. Программала ҡатнашасаҡ проект та ошоға арналған. Йыл әйләнәһенә “Улар Тыуған ил өсөн көрәште” обелискы биләмәһен йыйыштырып, төҙөкләндереп тора. Ошо буранлы көндәрҙә эш ҡоралдары алып килеп, бирелә йәнә өмә үткәрҙеләр.
Кистәрен дә буш үткәрмәй гүзәл заттар. Элекке “Кис ултырыу”ҙарҙы иҫкә төшөрөп, кисә ағинәй Сөғдә Гәрәева өйөндә сәйләндән картина эшләнеләр. Ҡул эше оҫтаһы Сөғдә Ҡәтифйән ҡыҙы йәштәрҙе был мауыҡтырғыс шөғөл менән таныштырып, уның нескәлектәренә өйрәтте.
Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.