Мишкә районы хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә райондың “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуы тураһында фекер алыштылар.
Мишкә данын был мәртәбәле бәйгелә муниципаль этапта еңеү яулаған Ҡайраҡ ауылы яҡлаясаҡ.
Әҙерлектең һәр этабын тикшереп, башҡа ауылдар ҡатнашҡан тәжрибәнән сығып, Ҡайраҡ ауылы вәкилдәренә кәңәштәр бирелде. Хәҙер барлыҡ көстө республика этабына әҙерлеккә йүнәлтергә кәрәк. Берҙәм һәм тырыш ауыл халҡы ауыл биләмәһе менән берлектә үткәреләсәк һәр сарала үҙҙәренең айыҡ, сәләмәт тормошҡа ынтылыуын күрһәтәсәк.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.