Йәнтөйәк
+18 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
29 Января , 07:15

Яңы Муллаҡай ауылы халҡы гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итә

"Беҙ үргән маскировка селтәрҙәре яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап, Еңеүҙе яҡынайтһын!" — ти Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай ауылы ирекмәндәре.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы Муллаҡай ауылы  халҡы гуманитар ярҙам  йыйыуҙы дауам итәЯңы Муллаҡай ауылы  халҡы гуманитар ярҙам  йыйыуҙы дауам итә
Яңы Муллаҡай ауылы халҡы гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итә

Яңы Муллаҡай ауыл мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәрен үреү һәм махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу буйынса әүҙем эш дауам итә. Муллаҡай ҡатын-ҡыҙҙары был изге эштә ҙур теләк менән ҡатнаша.
-Беҙ маскировка селтәрҙәрен үрә  алыуыбыҙға бик шатбыҙ, сөнки  махсус хәрби операция ерҙәрендә булған ир-егеттәргә ярҙам итергә кәрәк. Илебеҙҙе һаҡлаусылар  ышаныслы тыл барлығын, уларҙыЕңеү менән көтөп тороуыбыҙҙы  һәр белеп тороға тейеш. Был беҙҙең дөйөм эшкә ҙур өлөшөбөҙ, – ти ауыл ҡатын-ҡыҙҙары.
Яңы йылдың беренсе айында ауыл ирекмәндәре 6×3 метр ҙурлыҡтағы туғыҙ маскировка селтәре  үргән. Ошо изге эшкә йәнен һалған һәр ирекмәнгә ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең тырышлығығыҙ яугирҙарыбыҙға көс өҫтәр һәм уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлар.

Марат Бүләков.

 Ҡариҙел районы.

Яңы Муллаҡай ауылы  халҡы гуманитар ярҙам  йыйыуҙы дауам итә
Яңы Муллаҡай ауылы  халҡы гуманитар ярҙам  йыйыуҙы дауам итә
Яңы Муллаҡай ауылы  халҡы гуманитар ярҙам  йыйыуҙы дауам итә
Яңы Муллаҡай ауылы халҡы гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас