

Ғәзиз улдары өсөн минут һайын борсолған, өҙгөләнгән, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп хәйер-доғала йәшәүсе яугир әсәләре менән осрашып һөйләшеү һәр саҡ уйланырға мәжбүр итә. Уларҙың оло йөрәге, көслө рухы, сабырлығы һоҡландыра. Батыр улдар, уңған ҡыҙҙар тәрбиәләгән шундай әсәйҙәрҙең береһе Рәфилә Бәҙәмшина Шамрат ауылында ғүмер итә. Был һоҡланғыс гүзәл зат өс ул һәм ҡыҙ тәрьиәләп үҫтергән.
Рәфилә Ҡәниф ҡыҙы 34 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. Тәжрибәле уҡытыусы йәш быуында Тыуған илгә һөйөү, өлкәндәргә хөрмәт, шулай уҡ кешеләрҙе берләштергән ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү өсөн бар тырышлығын һала.
Рәфилә апай 1955 йылда Зәйтүнә Төхвәт ҡыҙы һәм Ҡәниф Ғайса улы Ғирфановтар ғаиләһендә тыуған. Ете бала тәрбиәләгән ата-әсәһе уның өсөн илһөйәрлек һәм эшһөйәрлек өлгөһө булып тора. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 16 йәшендә генә фронтҡа китә, әсәһенең ҡаты ауырыуы арҡаһында ҡустыларын Шамрат интернатында ҡалдыра. Һуғыштан һуң тыуған ауылына ҡайтып, бар ғүмерен Знаменск урман сәнәғәте хужалығында водитель булып эшләй. Уның ейәндәре йыл һайын 9 майҙа олатаһы менән парадҡа йөрөүҙәрен йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.
Рәфилә Ҡәниф ҡыҙының үҫмер сағы еңел булмай, әммә тап ошо ауырлыҡтар һәм һынауҙар уны хеҙмәтте, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәтте, яҡындарын хәстәрләүҙе баһаларға өйрәтә. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә. Унда башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, 1976 йылда Балмаҙы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Кейәүгә сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайта һәм бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай.
Буласаҡ ире Нәфис Туҡтағол улы менән мәктәп йылдарында уҡ таныша. Әрменән ҡайтҡас, йәштәр туй үткәрә. Тормош иптәше Знаменск урман сәнәғәте хужалығында мастер булып эшләй. Бәҙәмшиндар 47 йыл бергә татыу ғүмер итеп, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр: Артур, Гөлнур, Азамат, Гүзәл һәм Ғәлим. Улдары һәм ҡыҙҙары яҡшы белем алып, ата-әсәләре өлгөһөндә республика мәнфәғәтенә төрлө өлкәлә эшләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылда ғаилә башлығы вафат була. Рәфилә Ҡәниф ҡыҙы ауырлыҡтарға бирешмәй, ҙур ғаиләһен хәстәрләүен дауам итә. Күп балалы әсә балалары һәм ун ейән-ейәнсәре менән ғорурлана. Аш-һыуға оҫта хужабикә булараҡ, ҡунаҡҡа килеүсе туғандарын мейестә бешкән йылы икмәк, ҡоймаҡ, хуш еҫле бәлештәр менән ҡаршы ала.
Рәфилә Бәҙәмшина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улдары Азамат һәм Ғәлим менән хаҡлы ғорурлана. 2025 йылда Азамат ҡаты яраланып, тыуған яҡтарына тыныс тормошҡа ҡайта. Кесе улдары Ғәлим әлеге көндә хәрби бурысын үтәүен дауам итә. Ейәндәре олаталарының Бөйөк Ватан һуғышында батырлығы өсөн бүләкләнгән миҙалдар ҡумтаһын үҙҙәренең наградалары менән тулыландыра: «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға», «Авдеевканы азат иткән өсөн», «Батырлыҡ өсөн», генерал Шайморатов, Суворов миҙалдары – уларҙың хәрби бурысын үтәгәндәге ҡыйыулығы, фиҙаҡәрлеге тураһында һөйләй.
- Һәр кис яҡындарым һәм туғандарым, улдарым һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар өсөн доға ҡылам. Минең теләктәрем ҡабул булып, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеп, махсус хәрби операциялағы яугирҙар иҫән-имен Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын ине, — ти Рафилә апай Бәҙәмшина.
Әлеге көндә Рәфилә Ҡәниф ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша: ҡатын-ҡыҙҙар советы составында эшләй, ауылдаштары менән өмәләргә сыға, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Уның тыуған еренә, ғаиләһенә, яҡташтарына һөйөү өлгөһө тирә-яҡтағыларҙы илһамландыра.
Марат Бүләков.
Автор фотоһы.