Йәнтөйәк
+9 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
29 Января , 05:35

Балыҡсылар ярышты

Уҙған ял көндәрендә Ҡариҙел районында «Һыу өҫтөндә» ял базаһында («МагнатСтрой» йәмғиәте) боҙ аҫтынан балыҡ тотоу буйынса республика кимәлендә беренсе чемпионат үтте. Павловка һыуһаҡлағысына егерменән ашыу балыҡсы йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балыҡсылар ярыштыБалыҡсылар ярышты
Балыҡсылар ярышты

 

 

Балыҡ тотоусыларҙы сатлама һыуыҡ та  ҡурҡытманы: был көндө тышта 33 градус һыуыҡ ине. Ойоштороусылар исемлектәрҙе барлап, инструктаж үткәргән арала ҡатнашыусылар араһында ярышҡа дәрт ҡыҙғандан ҡыҙа барҙы. Өфөнән, Дыуан, Нуриман һәм Ҡариҙел райондарынан килгән балыҡсылар ҡорамалдарын  тағы ла бер тапҡыр тикшереп сығыуға, старт яңғыраны.  Бөтәһе лә һыуһаҡлағысҡа юлланды.

Балыҡсылар тотоу өсөн урындар һайлағанда, менән аралаштыҡ.

- Чемпионаттың маҡсаты - әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, балыҡ тотоуҙы популярлаштырыу, иң оҫта балыҡсыларҙы асыҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу. Был сараны матур традицияға әйләндерергә ниәтләйбеҙ, - тине чемпионаттың төп ойоштороусыһы - «МагнатСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Флүр Хәтмуллин.

Шул арала Тайҡаш ауылынан Ильяс Муллаяров беренсе балыҡты тартып та сығарҙы. Был ваҡиға башҡа ҡатнашыусыларҙы ярышҡа дәртләндереп ебәрҙе. 

 - Беҙ дуҫтарыбыҙ менән күңелле ваҡыт үткәреү өсөн килдек, - тип уртаҡлаша Ильяс Муллаяров. - Ауылыбыҙҙа үҙебеҙҙең Тайҡаш күленә балыҡ тоторға йөрөйбөҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – еңеү түгел, ә ҡатнашыу, ял көндәрен яҡшы үткәреү һәм тәжрибә туплау мөмкинлеге.

Ҡояш юғарыраҡ күтәрелгән һайын ярышта ҡыҙа барҙы. Төшкә табан ир-егеттәр алабуға, суртан һәм башҡа балыҡтарҙы боҙ өҫтөнә сығара башланы. Алты сәғәт ваҡыт үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ойоштороусылар ярыш тамамланыуҙы аңлатҡан  сигналды биреүгә,  балыҡсылар табыштарын күрһәтеп, балыҡтарын үлсәне.

Һөҙөмтәлә Нуриман районы Павловка ауылы выкилдәренә етеүсе булиманы. Беренсе урынды — Михаил Гайтанов (4 кг 350 г) , икенсе - Зимфир Шакиров (2кг 400г), өсөнсө урынды  Сергей Слободчиков (2кг 340г) яуланы.

- Павловка һыуһаҡлағысы — иң матур урындарҙың береһе. Бында тәбиғәт йылдың төрлә миҙгелендә лә һоҡландыра. Бөгөн уңыш миңә йылмайҙы. Уңыш өсөн дөрөҫ тактика һайлап, атмосфера баҫымын һәм һауа температураһын иҫәпкә алыу мөһим. Был эштә дөрөҫ әҙерлек, шулай уҡ сабырлыҡ һәм процестан ләззәт алыу һәләте талап ителә. Һәм, әлбиттә, хәүефһеҙлек тураһында оноторға ярамай, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты чемпионаттың еңеүсеһе Михаил Гайтанов.

Марат Бүләков.

Автор фотолары.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас