

Ҡорамал дауахана эргәһендәге яңы поликлиникаға тапшырылды. Ул күҙҙәрҙең оптик системаһының һынылыш көсөн үлсәү өсөн ҡулланыла. Бындай тикшереү күҙ күреүҙәге төрлө тайпылыштарҙы асыҡларға ярҙам итә. Яңы ҡорамал пациентта миопия, гиперметропия, астигматизм барлығын тикшерәсәк.
“Был заманса яңы ҡорамалдың поликлиникала медицина хеҙмәттәре кимәлен күтәрәсәгенә һәм пациенттарға күҙ сәләмәтлеген оҙаҡ йылдарға һаҡларға ярҙам итәсәгенә ышанабыҙ”, – тине дауахананың баш табибы Илдар Шакиров.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.