

Улар яугирҙар өсөн бергәләп туҡмас киҫә, итле һәм башҡа эслекле тултырмалар әҙерләй, ойоҡбаштар бәйләй, МХО-ға ярҙам булһын өсөн хәйриә концерттары ойоштора, посылкалар тултыра, шулай махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә лә ярҙам итә. Зариповтарҙың Борайҙағы “Ғаилә” кафеһына саҡырып ҡунаҡ итә, кәрәкһә, ваҡытлы матбуғат сараларына ла яҙҙырып бүләк итә.
“Беҙ бергә, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” — ти улар.
Амин! Шулай булһын. Иң мөһиме, улар берҙәм һәм игелектәренең сиге юҡ.
Ә әйҙәп йөрөүселәр һәм халыҡты ойоштороусылар араһында Гәүһәриә Зарипова етәкселегендәге ауыл сәхибямалдары иң алғы сафта.
Рафиға Усманова,
"Сәхибҗамал" татар ҡатын-ҡыҙҙар статусын күтәреү республика йәмәғәт ойошмаһының Борай бүлеге етәксеһе.