Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Ғинуар , 15:55

Йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумы үтте

Форум эшендә Асҡын районы хакимиәтенең һатып алыуҙар буйынса секторы мөдире Эльмира Юнысова ҡатнашты.

Йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумы үттеЙәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумы үтте
Йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумы үтте

Уҙған аҙнала Рәсәй Геройы М. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы майҙансығында II республика “ГосСтарт” йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумы үтте. Сара Башҡортостандың 35 йәшкә тиклемге йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәренең профессиональ һәм универсаль компетенцияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм 260 ҡатнашыусыны берләштерҙе.

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны йыл һайын үткәрергә тәҡдим итте.

– Киләһе йылда өсөнсөһө буласаҡ. Әгәр беҙҙә йыл һайын был форум өсөн “тәҙрә”булһа, мотлаҡ өҫтәйбеҙ. Улар – беҙҙең көрәштәштәр. Йәштәр башта ояла ине, ә һуңынан асылып киттеләр һәм беҙ яҡшы итеп аралаштыҡ, — тине республика етәксеһе.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, “ГосСтарт” форумында 270 дәүләт хеҙмәткәре ҡатнашҡан.

– Форум программаһына республика Башлығы хакимиәте вәкилдәре һәм саҡырылған федераль эксперттар менән аралашыу, оҫталыҡ дәрестәре форматында осрашыуҙар индерелде. Шулай уҡ ҡатнашыусылар команда әҙерлеге үтте, мотивация сессиялары, мәҙәни саралар ойошторолдо, ә финал осрашыуында ҡатнашыусылар дәүләт хеҙмәтендә һөнәри үҫеш темаһына сумды,— тип билдәләне Йәштәр сәйәсәте министры.

Форум эшендә Асҡын районы хакимиәтенең һатып алыуҙар буйынса секторы мөдире Эльмира Юнысова ҡатнашты.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумы үтте
Йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумы үтте
Автор:
Читайте нас