Йәнтөйәк
+9 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
26 Января , 16:05

Мөһим сара 30 ғинуарҙа тәғәйенләнгән

Башҡортостан парламентына республика етәксеһе Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттереү көнө күрһәтелгән хат килде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөһим сара 30 ғинуарҙа тәғәйенләнгәнМөһим сара 30 ғинуарҙа тәғәйенләнгән
Мөһим сара 30 ғинуарҙа тәғәйенләнгән

Радий Хәбиров республика парламенты алдында Мөрәжәғәтнамә менән 30 ғинуарҙа сығыш яһай.

«Был депутаттар корпусы өсөн мөһим ваҡиға булып тора, — тип белдерҙе республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Мөрәжәғәтнамәлә республика Башлығы киләһе йылға үҫеш йүнәлештәрен, мөһим бурыстарҙы билдәләй һәм бөтә кимәлдәге власть органдары алдында торған төп саҡырыуҙарға яуап бирә. Парламенттың 2026 йылда закондар сығарыу эшмәкәрлеге Мөрәжәғәтнамәгә нигеҙләнеп тормошҡа ашырыла».

Башинформ хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров үҙенең сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы эштең өҫтөнлөктәрен билдәләй.

«Серҙе асам, Мөрәжәғәтнамәлә тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә әүҙем үтеп инә барған яһалма интеллект һәм нейроселтәр менән эшләү тураһында ла һүҙ бара», – тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/politcs/2026-01-26/radiy-habirov-obratitsya-s-poslaniem-k-gossobraniyu-bashkirii-30-yanvarya-4550700

Автор: Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас