Изге Рамаҙанға бер айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Уға үҙебеҙҙе әҙерләй башлайыҡ.
- Ҡояш байығас ашамағыҙ.
- Яйлап еңелсә аҙыҡҡа күсегеҙ, аҡ ондан әҙерләнгән, тоҙло, майлы, шәкәрле ризыҡтарҙы кәметеп, емеш-еләккә, йәшелсәгә, бутҡаларға өҫтөнлөк бирегеҙ. Аҙыҡты күберәк һыуҙа, парҙа бешерергә тырышығыҙ.
- Һыу эсеү нормаһын яйға һалығыҙ.
- Аҙнаһына ике тапҡыр – дүшәмбе һәм кесаҙна – ураҙа тоторға тырышығыҙ.
- Организмды тулыһынса таҙартып алыу яҡшы булыр.
- Күптән башҡарылырға тейеш булып та, ҡул теймәгән эштәрҙе атҡарып ҡуйығыҙ.
- Өйөгөҙҙә генераль йыйыштырыу үткәрегеҙ, кәрәкмәгән, ҡый булып ятҡан әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ, кейемдәрегеҙҙе, түшәк кәрәк-ярағын йыуып алығыҙ.
- Сәхәр, ифтар өсөн кәрәгәсәк аҙыҡ-түлекте – йәшелсәне турап, ҡырғыстан үткәреп, билмән, манты, фарш һ.б. – әҙерләп, туңдырырға ҡуйығыҙ.
- Ураҙа мәленә алдан меню төҙөү ҙә уңайлы булыр.
- Доға китаптарын, сәхәр, ауыҙ асыу, намаҙ ваҡыты күрһәтелгән календарҙы алдан әҙерләп һалып ҡуйығыҙ.
Автор фотоһы.
https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-01-25/ura-a-a-erl-n-bashlayy-4549672