

Махсус хәрби операция башланғандан алып бөгөнгәсә ауыл халҡының берҙәмлеге тирә-яҡтарға үрнәк булып тора. Улар сираттағы тапҡыр ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, 100 окоп шәме әҙерләне.
- Был эште бер-береңде аңлап йәшәгәндә атҡарып сығарыуы еңел. Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр? Бөгөн беҙ тик бергә һәм берҙәм булғанда ғына Еңеүгә, ир-егеттәрбеҙҙең тыуған яҡтарына тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына өлгәшәсәкбеҙ, - ти ауыл халҡы.
Шамраттар шәмдәрҙе Ҡариҙел районынан оҙатыласаҡ киләһе гуманитар йөк менән ебәрергә ниәтләй.
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.