

Өфө дәүләт нефть-техник университеты Юғары иҡтисад һәм идара мәктәбенең 1-се курс студенты Линара Зыятдинова уҡыуҙың беренсе көндәренән үк яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Тырыш ҡыҙ “Нефть-газ бизнесында идара итеү” белгеслеген үҙләштерә.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәп уҡыусылары олимпиадаларының дәрәжәле исемлегенә индерелгән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында еңеүе һөҙөмтәһендә Линара 50 мең һум күләмендә исемле стипендияға лайыҡ була. Был финанс ярҙамды ул 1-се курсты тамамлағансы үҙенең төп стипендияһы менән бергә аласаҡ.
Линара Асҡын ауылында Гөлфиә Рәфил ҡыҙы һәм Фәнүз Фәнғәт улы Зыятдиновтарҙың татыу һәм тырыш ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Ул бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусан булып үҫә. Башланғыс кластарҙа уҡығанда район Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән бейеү түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөй. Тик урта кластарға күскәс, Линара башкөллө уҡыуға сума.
Линараның ҡустыһы Тамерлан Асҡын 2-се мәктәбенең 6 “Г” класында уҡый. Ул шулай уҡ тырыш, ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы.
Фәнүз Фәнғәт улы менән Гөлфиә Рәфил ҡыҙы маҡсатсан ҡыҙҙары менән сикһеҙ ғорурлана. Линара һәр ваҡыт әүҙем була, барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы билдәләргә өлгәшә. Бигерәк тә ул инглиз теле һәм математиканы үҙ итә.
9-сы кластан алып башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ныҡлап өйрәнә башлай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вилена Фәүзәт ҡыҙы Фәтхетдинова етәкселегендә Линара олимпиадаларға ентекле әҙерләнә.Берҙәм тырышлыҡтары үҙ емештәрен бирә: Линара башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала призер була. Был уңышы телде өйрәнеүгә ҙур этәргес була. 10-сы класта уҡығанда туған телдәр буйынса Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнаша һәм “Рухиәт һаҡлаусылар” номинацияһында еңеү яулай.
(Лианар Зыятдинова тураһында тулы материалды "Йәнтөйәк" гәзитенең 2-се һанында уҡый алаһығыҙ).