

Ете уҡытыусы һәм дүрт тәрбиәсе, уҡытыуға һәм тәрбиәгә инновацион алымдар күрһәтеп, иң яҡшылар исеменә дәғүә итте.
Ойштороусылар еңеүселәрҙе иғлан итеү алдынан төрлө номинацияларға лайыҡ булыусы бәйгеселәрҙе билдәләне. Район педагогтары Сирена Ғиндуллина (Яңы Бәрҙәш мәктәбе) - “Йөрәгемде балаларға бирәм”, Ләйсән Мәсәлимова (Байҡы аулы мәктәбе) - «Өмөт-2026», Олеся Дорофеева (Артакүл мәктәбе) - “Педагог дебют" һәм Альбина Иҙрисова (Ҡариҙел ауылының 2-се балалар баҡсаһы), Регина Фролкина (Абыҙ ауылы мәктәбе), Регина Нурисламова (Яңы Бәрҙәш балалар баҡсаһы) - «Йыл педагогы» тип аталған номинацияларҙа бүләкләнде.
Район этабының төп еңеүселәре тип «Йыл уҡытыусыһы» исеменә Ҡариҙел 2-се мәктәбенең биология уҡытыусыһы Лилиә Ҡотлоева һәм «Йыл тәрбиәсеһе» исеменә Ҡариҙел ауылының 4-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алһыу Ғилуанова лайыҡ булды.
Еңеүсе педагогтарға алдағы республика этабында ла уңыштар теләйбеҙ!
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.