Йәнтөйәк
0 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
23 Января , 13:35

Асҡындар мәртәбәле сарала ҡатнашты

Бөгөн Өфөлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында XIX быуаттың арҙаҡлы дин эшмәкәре һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған тантаналы сара  уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асҡындар  мәртәбәле  сарала ҡатнаштыАсҡындар  мәртәбәле  сарала ҡатнашты
Асҡындар мәртәбәле сарала ҡатнашты

Унда Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы Ирек Ҡәҙимов етәкселегендә районыбыҙ  делегацияһы ҡатнашты. Делегация составында Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова, Асҡын балалар моделле китапханаһы китапханасыһы Гөлүсә Ғәлиева һәм “Айыҡ ауыл -2025” республика конкурсында ҡатнашыусы Гөмбә ауылының тыуған яҡты өйрәнеүсе Марсель Нуртдинов барҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов    менән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз  Ғиззәт улы Баймөхәмәтов  алып барған  “Башҡорт мәғрифәтселегенең интеллектуаль һәм рухи мираҫы” түңәрәк өҫтәлендә күренекле шәхестәрҙең, билдәле тарихсыларҙың фәһемле сығыштарын тыңлай райондаштарыбыҙ.

 

 

 

Асҡындар  мәртәбәле  сарала ҡатнашты
Асҡындар  мәртәбәле  сарала ҡатнашты
Асҡындар  мәртәбәле  сарала ҡатнашты
Асҡындар  мәртәбәле  сарала ҡатнашты
Асҡындар мәртәбәле сарала ҡатнашты
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас