

Сарала ҡатнашыусылар өсөн урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының тематик күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда республиканың һәр уҡыу йорто буйынса аныҡ мәғлүмәт һәм таратыу материалы алырға мөмкин ине.
Буласаҡ студенттарға һәм ата-әсәләргә Башҡортостан ауыл хужалығы колледжы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия һәм Башҡорт дәүләт аграр университеттары, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалынан килгән педагогтар үҙҙәренең уҡыу йорттары менән презентация һәм видеояҙмалар ярҙамында таныштырҙы.
Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының юғары хәрби уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләүҙең хәҙерге аспекттары менән Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары, майор Азат Исмәғилев таныштырҙы.
Сара барышында сығыш яһаусылар сығарылыш класс уҡыусыларының һәм ата-әсәләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Марат Бүләков.
Автор фотолары.