

"Ағинәйҙәр ҡоро" район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Закира Хатмулла ҡыҙы Ғилметдинова етәкселегендә ағинәйҙәр ойошторған сараға 8-се, 9-сы, 10-сы, 11-се класс уҡыусылары килә.
Күп бала тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле әсә Фәғилә апай Әхмәтйәнова, дини һабаҡ биреүсе ағинәйҙәр Рәфиға апай Хәсәнова, Әнфисә апай Хәтипйәнова уҡыусыларға әхлаҡ , тәрбиә, ғаиләлә атай-әсәйҙенң роле тураһында бик күп файҙалы кәнәштәр бирә.
Ауыл фельдшеры Зөһрә Ҡәнәфи ҡыҙы Минаева ҡыҙ һәм егеттәргә йәштән сәләмәтлекте һаҡларға, замана сирҙәренән, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торорға кәңәштәрен биреп, йөкмәткеле сығыш яһай.
Ағинәйҙәр шулай уҡ ҡыҙ һәм ир балаларға фәһемле нәсихәттәр ҙә еткерә.
Закира Хатмулла ҡыҙы “Кем ул ағинәй?” тигән темаға бик ентекле итеп һөйләп, ағинәйҙәрҙең йәмғиәттәге роле, уларҙың бурыстары һәм башҡарған эштәре тураһында аңлата.
Сарала фәһемле сығыштар ағинәйҙәр Гөлүзә Закированың күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙары, Гүзәл Ваһапованың тәрбиәүи темаға арналған йырҙары менән үрелеп бара.
Осрашыуҙы ағинәйҙәр ”Йолаларҙы тергеҙәйек” тигән йыр менән башлһа, аҙаҡта “Ҡубияҙым — йөрәк наҙым” тигән йыр менән тамамлай. Был үҙе бер тәрбиә дәресе була.
Йола буйынса сара үҙҙәре бешереп алып килгән милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, бергәләп сәй эсеү менән тамамлана.
“Ҡубияҙ ағинәйҙәре йолаларҙы тергеҙеү, туған телде һаҡлау, кәсептәргә өйрәтеү буйынса әүҙем эш алып барҙы. Улар төрлө сараларҙа, байрамдарҙа, йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнаша... Улар башҡарған эште һанап бөткөһөҙ! Ағинәйҙәр менән осрашыу – үҙе бер шатлыҡ, сөнки улар элекке йолаларҙы матур итеп һөйләй, өйрәтә, көлдөрөп тә алалар, иң мөһиме, улар балаларҙы ярата! Был осрашыу барыһына ла оҡшаны, иң мөһиме, файҙалы һәм фәһемле булды”, — тип хәбәр итте әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе, Ҡубияҙ ауыл китапханасыһы Гөлүзә Закирова.
Афарин, хөрмәтле ағинәйҙәр! Дәрт-дарманығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен!
Наилә Имаева.