Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Ғинуар , 15:30

Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә 2026 йылда Солтанбәк ауылы халҡы ауыл мәҙәниәт йортона ремонт эшләргә ҡарар итте һәм ошо йүнәлештә әүҙем эш башланы.

Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сығаСолтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға
Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға

Яңы йыл алдынан Солтанбәк ауылында  2026 йылға Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында  ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы. Халыҡ бер тауыштан  ауыл мәҙәниәт йортона ремонт үткәреү (тышҡы яҡтан көпләп, тәҙрәләрҙе алмаштырыу) проектын тормошҡа ашырырға ҡарар итте.

 Халыҡтан, бағыусыларҙан, республика һәм район бюджетынан  финанслау кимәле билдәләнде.  Проекттың дөйөм хаҡы 1 470 560 һум тәшкил итә. Шул иҫәптән республика бюджетынан - 1 100 000 һум, райондыҡынан - 194 560 һум, бағыусыларҙан 88 000 мең һум һәм ошондай уҡ сумма  халыҡтан йыйыласаҡ. Һайлап алыу конкурсын  уңышлы үткән осраҡта,  һәр бәлиғ булған кешенән  800-шәр һум аҡса йыйыу ҡаралды.

Йыйылышта 10 кешенән торған инициатив төркөм һайланып,  уларға өҫтөнлөклө бурыстар йөкмәтелде.

— Ауыл мәҙәниәт йорто  — ул халыҡты берләштереп торған мәҙәни усаҡ. Бөтә мәҙәни  саралар ошонда үтә, шуға был бинаға ремонт үткәреү күптән көтөлгән эш. Шуға ла был проектты яҡлап, ауыл халҡы менән бергә төрлө саралар үткәрҙек, улар тураһында социаль селтәрҙәрҙә яҙып торҙоҡ.  Артабан да һәр кем  изге башланғысты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыр, үҙ өлөшөн индерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Ә уйлағандарыбыҙ тормошҡа ашһын өсөн бергәләп көс һалырға кәрәк! Ауылдаштарға йыйылышта ҡатнашҡандары һәм проектҡа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт, – тине Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Ғиләжева.

Наилә Имаева.

Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға
Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға
Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға
Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға
Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға
Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға
Солтанбәктәр бер тауыштан мөһим проектты яҡлап сыға
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас