Йәнтөйәк
+9 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
21 Января , 07:40

Республикала 34 градус һыуыҡ булыуы фаразлана

Тулыраҡ:

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала 34 градус һыуыҡ булыуы фаразланаРеспубликала 34 градус һыуыҡ булыуы фаразлана
Республикала 34 градус һыуыҡ булыуы фаразлана

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шаршамбы, 21 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы -8, -13°.

Кесаҙна, 22 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнсығыштан талғын. Төндә -20, -25°, аяҙытҡанда -30°, республиканың көньяғында -15°, көндөҙ -15, -20°, төньяҡта -25° булыуы фаразлана.

Йома, 23 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -24, -29°, аяҙытҡанда -34° тиклем, көндөҙ -20, -25°, көньяҡта -15°.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республиканың баш ҡалаһында «Өфө муйынсағы»ның яңы һуҡмағы һалыныуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-21/v-bashkirii-prognoziruyutsya-34-gradusnye-morozy-4544287

Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас