

Район Мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең көнүҙәк мәсьәләләргә һәм райондың мәҙәни тормошон үҫтереү перспективаларына арналған кәңәшмәһе үтте.
Сарала 2025 йылға йомғаҡ яһанылар, киләсәккә эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләнеләр, мәҙәниәт йортона килеүселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеге, шулай уҡ «Пушкин картаһы» программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
Кәңәшмәлә мәҙәниәт учреждениеларында янғын һәм террорға ҡаршы хәүефһеҙлек кимәлен күтәреүгә айырыуса иғтибар бүленде. Һәр ойошмала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса аныҡ саралар һәм пландар ҡаралды.
«Пушкин картаһы» программаһы сиктәрендә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йәштәрҙе райондың мәҙәни тормошона йәлеп итеүгә йүнәлтелгән мөмкин булған сараларҙы һәм проекттарҙы ҡараны. Йәштәр аудиторияһының ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн заманса форматтар һәм интерактив майҙансыҡтар ҡулланыуҙың мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Кәңәшмә юбилярҙарҙы ҡотлау менән тамамланды.
Наилә Имаева.