Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Ғинуар , 07:50

Изге эш туҡталмай

Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә Хәлисә Ғәниәтова етәкселегендә маскировка селтәрҙәре үреү буйынса яңы штаб асылды

Изге эш туҡталмайИзге эш туҡталмай
Изге эш туҡталмай

Илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә,  халҡыбыҙ киләсәге, именлеге өсөн битараф булмаған райондаштарыбыҙ “мин нисек ярҙам итә алам”  тип уйланып, яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйып оҙатыу эштәрен ойоштора башланы. Был башланғысты беренселәрҙән булып район ағинәйҙәре  күтәреп алды. 

Шундай изге күңелле гүзәл заттарыбыҙҙың береһе — Асҡын ауылында йәш быуынға, ҡатын-ҡыҙҙарға  дини ғилем биреүҙә, райондаштарыбыҙҙы үҙенең өйөндә туплап, ойоштороп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҙур эш алып барған, ил һағында торған ир-егеттәребеҙҙең әсәләренә рухи таяныс булған Хәлисә Ғәниәтова. Ул хаҡлы ялдағы ағинәйҙәрҙе, мәсеткә уҡырға йөрөгән апайҙарҙы бергә туплап, оҙаҡ ваҡыт үҙенең өйөндә яугирҙарыбыҙға маскировка селтәрҙәре үреү эшен алып барҙы. Бөгөндән улар изге эштәрен Асҡын мәғлүмәт үҙәгенең бер бүлмәһендә дауам итәсәк.

— Маскировка селтәрҙәре беҙҙең яугирҙар өсөн мотлаҡ кәрәк. Шуға был эште беҙ туҡтатмайбыҙ.  Үреү өсөн каркасты Асҡындан эшҡыуар Ғәли Әхмәтов  эшләп биргәйне. Селтәрҙәрҙе ебәргән саҡта араларына ир-егеттәребеҙгә кәрәкле әйберҙерҙе, боҙолмай торған ашамлыҡ та һалабыҙ. Эш ваҡытында яугирҙарыбыҙҙың иҫән-һау ҡайтыуын, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ теләп, доғалар уҡыйбыҙ, мөнәжәттәр әйтәбеҙ, — ти Хәлисә Нурулла ҡыҙы.

Берҙәмлектә — көс, ти халыҡ мәҡәле. Изге күңелле, оло йөрәкле, Еңеүҙе яҡынайтыуға даими үҙ өлөшөн индергән ошондай  гүзәл заттарыбыҙ булғанда, һис шикһеҙ, яугирҙарыбыҙға ярҙам эше туҡталмаҫ, илебеҙ ҙә көслө һәм берҙәм булыр.

Илһөйәр Махатова.

Лениза Закирова фотолары.

Изге эш туҡталмай
Изге эш туҡталмай
Изге эш туҡталмай
Изге эш туҡталмай
Изге эш туҡталмай
Изге эш туҡталмай
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас