Йәнтөйәк
+18 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
20 Января , 16:20

Халыҡ сәсәне тураһында китаптың исем туйы үтә

Башҡорт мәҙәниәтен һәм фольклорын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға был баҫма ҙур өлөш индерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ сәсәне тураһында китаптың исем туйы үтәХалыҡ сәсәне тураһында китаптың исем туйы үтә
Халыҡ сәсәне тураһында китаптың исем туйы үтә

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында  доцент Гөлнур Ҡасҡынова төҙөгән халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тормошо һәм ижады тураһында китаптың исем туйы үтә.

Был китап Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күрә һәм күренекле башҡорт сәсәненең тыуыуына 137 йыл тулыуға, шулай уҡ   “Урал батыр” эпосын яҙып алыуға  115 йыл тулыуға арнала.

 Китап башҡорт мәҙәниәтен һәм фольклорын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә.

Сығанаҡ: Бөрө районы хакимиәте

 

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас