Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Ғинуар , 16:05

Бергәләп доға ҡылыу туғанлыҡ ептәрен нығыта

Ҡариҙел районы Тайҡаш ауылында Ғәбдрәхимовтар ғаиләһендә Ҡөрьән ашы уҙғарыла.

Бергәләп доға ҡылыу туғанлыҡ ептәрен нығытаБергәләп доға ҡылыу туғанлыҡ ептәрен нығыта
Бергәләп доға ҡылыу туғанлыҡ ептәрен нығыта

Ата-бабаларыбыҙҙың рухына аят уҙғарыу маҡсатында туғандар менән йыйылыу ғаилә бәйләнештәрен нығыта. Йәш быуын ошо изге йолала баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарын хәтергә алыуҙы, уларҙы хөрмәт итеүҙе күрә һәм үҙҙәре лә тәрбиәләнә, был өҙлөкһөҙ сылбырҙың бер өлөшө булып китә.

Мәрхүм булған туғандар өсөн Ҡөрьән уҡыу - хәйер ҙә. Ул тормошҡа бәрәкәт килтерә. Бергәләп доға ҡылыу, артабан табын ашына йыйылыу берләштерә, туғанлыҡ ептәрен нығыта.

Ауылдың имамы Рәлиф хәҙрәткә айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Ул дини йолаларҙы ихласлыҡ менән үткәрә, һәр береһенә айырым тәрәнлек, рухилыҡ бирә.

Аллаһ доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, һәр ҡайһыбыҙға һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек бирһен.

Рима Ғәбдрәхимова.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ТрезвоеСело2025 #АйыҡАуыл2025
#ҠариҙелРайоны #КараидельскийРайон

Сығанаҡ:  https://vk.com/wall-191204526_1957

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас