Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар , 14:00

Иң беренсе балыҡты тайҡаштар тартып сығарҙы!

Бөгөн Ҡариҙел районында боҙ аҫтынан балыҡ тотоу буйынса беренсе республика чемпионаты үтә.

Иң беренсе балыҡты тайҡаштар тартып сығарҙы!
Иң беренсе балыҡты тайҡаштар тартып сығарҙы!

????Ҡариҙел районындағы Павловка һыуһаҡлағысы территорияһында “Һыу өҫтөндә” ял базаһы эргәһендә ойошторолған сараға Өфөнән, Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман райондарынан балыҡсылар йыйылды.

Ойоштороусылар ҡатнашыусылар исемлеген туплап, чемпионаттың ҡағиҙәләре менән таныштырҙы һәм балыҡсыларға старт бирҙе. Күп тә үтмәй иң беренсе балыҡты хужалар - Тайҡаш ауылы балыҡслыры  тартып та сығарҙы. Беренсе тотолған балыҡ бәйгелә ҡатнашыусыларҙы артабан ярышҡа дәртләндереп ебәрҙе.

Ойоштороуслыр әйтеүенсә, был чемпионатта Ҡариҙел районынан иң күп ҡатнашыусылар исемлеге Тайҡаш ауылы ир-егеттәре тип һанала. Бергәләшеп ауылдарының ҡотон һәм йәмен күтәреп йөрөүсе ир уҙамандарына афарин! тип кенә әйтергә ҡала.

Әлеге ваҡытта ярыш дауам итә.

Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ!

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас