Мәсетле районынан Оксана Азимова ротангтан әйберҙәр эшләү буйынса проектты уңышлы тормошҡа ашырған.
Дизайнерҙан сертификат алғас, “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, үҙ эшен асҡан. Хәҙер ул үҙенсәлекле кәрзиндәр үрә һәм арт-мебель яһай.
Өйҙә эшләү Оксанаға эшҡыуарлыҡты, үҙенсәлекле баланы тәрбиәләү менән бер рәттән, атҡарырға булышлыҡ итә. Уның өсөн иһә был ижади процеста ҡатнашыу реабилитациялауҙың бер мөһим этабына әүерелгән.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова адреслы ярҙамдың һөҙөмтәлелеген билдәләне. Бөгөн республикала меңгә яҡын кеше социаль килешеүгә ярашлы үҙ эшен асҡан. Программала айырыуса иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бүленә – уларға һәм ғаилә ағзаларына, ғаиләнең дөйөм килемен иҫәпкә алмайынса, бизнес башланғыстарының яңы ярҙам саралары индерелә.
Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.