

"Вәғәҙәләр биреп йүгереү" сараһына район хакимиәте башлығы Лариса Александрова ла килде һәм бар ҡатнашыусыны ла Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
— Йүгереү һәр йәштә лә файҙалы, — тип башланы үҙ сығышын физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Алена Фәтхинурова. — 2026 йылды беҙ йола буйынса спорт сараларынан башлайбыҙ. Бөгөнгө байрамда сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән ошондай күп кешене күреү — ҙур шатлыҡ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, районыбыҙҙа спортты үҫтереүгә барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырырға, һәр кеше өсөн яңы киңлектәр асырға тырышабыҙ. Бөтәгеҙгә лә яҡшы кәйеф, дәрт-дарман, спорт уңыштары теләйем!
Акцияла һәр кем ҡатнаша алды: дистанцияны йүгереп тә, атлап та үтергә мөмкин ине. Иң мөһиме — Яңы йылды хәрәкәттән башларға кәрәк.
Старт алдынан ҡатнашыусылар үҙҙәренең номерҙарына 2026 йылда эшләргә вәғәҙә иткән ғәмәлдәрен яҙҙы. Балаларҙан кемдер яҡшы уҡырға, кемдер күберәк ваҡытын ғаиләһе менән үткәрергә — һәр кем үҙе уйлаған уйҙы мотлаҡ башҡарырға вәғәҙә итте.
Йүгереүселәргә әкиәт геройы — Мәскәй әбей ҙә ҡушылды. Лицейҙың физкультура уҡытыусыһы Лилиә Красильникова ошондай сағыу костюмда килгәйне.
Йүгереү — ул иң ябай физик күнекмәләрҙең береһе. Физик әүҙемлектең был төрө барлыҡ илдәрҙә лә йылдан-йыл үҫеш ала. Йүгереү менән шөғөлләнгән кешенең йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы нығый, ҡан баҫымы нормаға килә. Шулай итеп, йөрәк менән бәйле ауырыуҙар кәмей, тын алыу системаһы яҡшыра, үпкәнең күләме арта. Спорт менән даими шөғөлләнеү организмдың физик торошон нығыта, кәйефте күтәрә, нерв системаһы әүҙемерәк эшләй башлай. Еңелсә генә йүгереү ҙә йөҙләгән калорияны яндыра. Ғөмүмән, ябай йүгереүҙән күпме файҙа алабыҙ.
"Вәғәҙәләр биреп йүгереү" акцияһы бөтә ҡатнашыусыға ла яҡшы кәйеф, йәшәү дәрте бүләк итте. Стартҡа баҫыусыларға, афарин, тиергә генә ҡала!
Светлана Тоймырҙина.