Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар , 19:10

Мәхмүдиәровтарға етә алмайҙар

Ҡариҙелдә Яңы йыл ғаилә уйындары үтә. 

Мәхмүдиәровтарға етә алмайҙар
Мәхмүдиәровтарға етә алмайҙар

Һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, Ҡариҙелдең татыу ғаиләләре “Яңы йыл ғаилә уйындары-2026”ла ярыша.

Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенән Мәхмүдиәровтарға етеүсе булмай. Бөтә ярыштарҙа беренсе килеп, улар 1-се урын яулай. Был етеҙ ғаилә һәм берҙәм ғаилә Өфөгә Яңы йыл ғаилә уйындарының киләһе, республика этабына юлланасаҡ һәм Ҡариҙел районы намыҫын яҡлаясаҡ.

Икенсе урынға  Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенән Ғәлихановтар ғаиләһе сыға. Ошо уҡ мәктәптән Мөфтәховтар һәм  Ғабдуллиндар ғаиләләре өсөнсө урынға эйә була.Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенән Ғилуановтар “Минең спорт һөйөүсе ғаиләм” номинацияһында еңеүсе тип табыла.

Уйындарҙа ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.

Наилә Имаева.

Караидель

 

Мәхмүдиәровтарға етә алмайҙар
Мәхмүдиәровтарға етә алмайҙар
Мәхмүдиәровтарға етә алмайҙар
Мәхмүдиәровтарға етә алмайҙар
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас