Йәнтөйәк
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
16 Января , 15:40

Кешегә инсульт булғанын нисек белергә?

Өс төп алым бар. Быларҙы белеү мотлаҡ. Кәңәштәр яҡындарығыҙға ваҡытында ярҙам күрһәтеп, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итер. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Кешегә инсульт булғанын нисек белергә?Кешегә инсульт булғанын нисек белергә?
Кешегә инсульт булғанын нисек белергә?

Өс төп алым бар, ул "УЗП " тип атала. Зыян күреүсенән һорарға:

У — улыбнуться (йылмайырға). Инсульт осрағында йылмайыу ҡыйыш килеп сыға, ирен сите өҫкә түгел, ә аҫҡа йүнәлтелә.

З — заговорить (һөйләшергә). Мәҫәлән: "Бөгөн ҡояшлы көн" тип артығыҙҙан ҡабатларға ҡушығыҙ. Инсульт осрағында йыш ҡына телмәр боҙола, әммә һәр ваҡыт түгел.

П — поднять обе руки (ике ҡулын да өҫкә күтәрергә ҡушығыҙ). Ҡулдар бер төрлө күтәрелмәһә, инсульт билдәһе булыуы мөмкин.

Өҫтәмә диагностика алымдары:

Зыян күреүсене телен күрһәтеүен һорағыҙ. Әгәр теле тигеҙ туры түгел һәм бер яҡҡа ҡыйшайған булһа, был - инсульт билдәһе.

Зыян күреүсене ус төптәрен өҫкә ҡаратып, ике ҡулын өҫкә һуҙырға һәм күҙҙәрен йоморға ҡушығыҙ. Берәй ҡул ҡырын йәки аҫҡа китһә, был - инсульт билдәһе.

Был талаптарҙы үтәй алмаһа, зыян күреүсегә "ашығыс ярҙам" саҡыртырға кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Билдәләр күҙәтелмәһә лә, госпиталләштереү талап ителә.

Фото: Башинформ. 

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Автор:
Читайте нас