Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостандың һәм Рәсәй субъекттарының 9 – 11-се класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.
Борай районының мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Борай 3-сө мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Гүзәл Мөхәмәҙиева ( етәксеһе Л.Р. Ғәйнетдинова) туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте буйынса призер була.
Телһөйәр Гүзәлде һәм уны олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыһын ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!