Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар , 12:30

Мосолмандарға составында спирт булған дарыуҙарҙы ҡулланырға яраймы?

Составында спирт булған һәм тышҡы яҡтан ҡулланыу өсөн препараттар (мәҫәлән, кремдар, майҙар, тамсылар) рөхсәт ителә. Ә эскә ҡуллана торған препараттар...

Мосолмандарға составында спирт булған дарыуҙарҙы ҡулланырға яраймы?
Мосолмандарға составында спирт булған дарыуҙарҙы ҡулланырға яраймы?

Йыш ҡына шундай һорау тыуа: мосолмандарға составында спирт булған дарыуҙарҙы ҡулланырға яраймы? Был һорауға яуапты дин белгестәре бирә.

Составында спирт булған һәм тышҡы яҡтан ҡулланыу өсөн препараттар (мәҫәлән, кремдар, майҙар, тамсылар) рөхсәт ителә. Ә эскә ҡуллана торған препараттар (мәҫәлән, төнәтмәләр, сироптар һәм башҡалар) бер нисә осраҡта ғына рөхсәт ителә:

- спирт иреткес йәки консервант сифатында ҡулланылғанда;

- иҫереү маҡсаты булмағанда;

- дарыуҙың хәләл аналогтары булмаған саҡта;

- препарат ҡәтғи рәүештә табиб кәңәш иткән дозировкала ҡулланылғанда ғына.

Шулай уҡ спирт составында дарыуҙар осоп китә һәм үҙ үҙенсәлектәрен юғалта тигән фекер бар.

Автор фотоһы.

Автор: Альфия Мингалиева

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас