Ҡариҙел районының Ҡортлокүл ауылы халҡы ярҙамсыл, эшһөйәр кешеләре менән хаҡлы ғорурлана. Шуларҙың береһе эшҡыуар Сәйфелвәрис Хәйлатипов тыуған төйәгенә үҫергә, абруйын күтәрергә ярҙам итеүе, халыҡтың үтенесенә иғтибарлы булыуы менән хөрмәт ҡаҙанған.
Эшҡыуар йылдар дауамында төрлө сараларҙа спонсор булып сығыш яһай, файҙалы эштәр башҡара алыуынан үҙе лә ҡәнәғәтлек кисерә. Ошо Яңы йылды ҡаршылар алдынан да ул Ҡортлокүл урта мәктәбенә байрам бүләктәре алыуҙа ярҙам иткән. Сәйфелвәрис Сәйфулла улы матди ярҙам күрһәтеүҙән тыш, яҡшы киләсәккә өмөт тә уята белә. Изгелек эшләүе менән ул үҙен икеләтә бәхетле тоя. Мәктәп педагогтары һәм уҡыусылары яҡташтарына хәйриәлек эшмәкәрлеге өсөн ҙур рәхмәт белдерә, йомартлығы һәм изгелегенең уға йөҙләтә әйләнеп ҡайтыуын теләй.
Фото: “Ҡариҙел” гәзите сайты.