Ошо көндәрҙә Олойылға ауылында йәшәүсе Сәлихйән Махат улына 90 йәш тулды. Еңел булмаған ғүмер юлын лайыҡлы үтеп, йөрәк йылыһын балаларына, туғандарына тигеҙ өләшеп, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, рух төшөнкөлөгөнә бирелмәй донъя көткән юбилярҙы ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева һәм Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе белгесе Фирдүс Әхмәтйәнов килде.
Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Сәлихйән Махат улын ихлас йөрәктән тәбрикләп, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улының Ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе белгесе Фирдүс Муллаян улы ла изге теләктәрен еткереп, юбилярҙы ихлас ҡотланы.
Сәлихйән Махат улы 1936 йылдың һыуыҡ ғинуар айында Олойылға ауылында тыуып, үҫеп, башта урындағы мәктәптә, артабан Баҙансат ете йыллыҡ мәктәбендә белем ала. Ул осор балалары иңенә төшкән һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдар ауырлығын ул да үҙ елкәһендә тулыһынса күтәрә. Хеҙмәт юлын “Трудовик” колхозында башлап, оҙаҡ йылдар электрик булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Хәтимә Аллаяр ҡыҙы менән 1961 йылдың май башында ғаилә ҡороп, 64 йыл донъя мәшәҡәттәрен тигеҙ бүлешеп, һәр ваҡыт бер-береһенә терәк булып, татыу ғүмер юлы үтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йәй Хәтимә Аллаяр ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте.
Махатовтар өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Улдары ла ата-әсәһе кеүек тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Ата-әсәгә бала ҡайғыһы ла күрергә тура килә, дүрт йыл элек оло улдары Рәзиф ауыр сирҙән вафат була.
“Тормош иптәшем Хәтимә менән етемлек асыһын беҙ бәләкәйҙән татып үҫтек, икебеҙҙең дә атайҙарыбыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Шуға ла балаларыбыҙға ата-әсә назын, күңел йылыһын бирергә тырыштыҡ. Аллаға шөкөр, ейән-ейәнсәрҙәремдең, бүлә-бүләсәрҙәремдең уңыштарына һөйөнөп, улдарымдың, килендәремдең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәйем”, — ти Сәлихйән Махат улы.
Илһөйәр Ғаянова.
Миләүшә Хөсәйенова фотолары.