

Яңы 2026 йылдың тәүге көндәрендә беҙҙең районда тәүге яңы тыуған сабый теркәлә!
Асҡын ауылында йәшәүсе Зимфира һәм Булат Нартдиновтарҙың татыу ғаиләһендә өсөнсө сабый булып донъяға килә бала. Бәхетле ата-әсәне ошо иҫ киткес ҡыуаныслы ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ!
"Баланың тыуыуын теркәү - ул һәр ваҡыт яҡшы билдә, беҙҙең район яңы быуын менән бергә үҫә, үҫешә һәм сәскә атасаҡ, ә өсөнсө бала тыуыуы - ныҡлы, бәхетле ғаилә өлгөһө, беҙҙең район өсөн ғаилә ҡиммәттәренең ысын ориентирҙары, — тип хәбәр итәАсҡын районының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре.
Ҡәҙерле хеҙмәттәшебеҙ Зимфира Тәберис ҡыҙы Нартдинованы өсөнсөгә әсәй булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Сабыйҙың Яңы йылды ҡаршы алғанда тыуыуы ла, тылсымға һәм яҡшылыҡҡа өмөт өҫтәй!
Тормош иптәшең Булат Зыятдин улы менән сабыйҙы тигеҙлектә, бәхеттә-муллыҡта, матур итеп тәрбиәләп үҫтереүегеҙҙе, оҙон ғүмер, һаулыҡ-сәләмәтлек һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Наилә Имаева.