

Олимпиаданың тәүге турында яҙма күнекмә (викторина/тест) үткәрелде, икенсеһендә, баланың телде нисек белеүен аңлау маҡсатында, әңгәмә уҙғарылды, өсөнсөһөндә текст буйынса эш бирелде.
13 ғинуарҙа Өфө балалар филармонияһында олимпиаданы ябыу тантанаһы үтте, еңеүселәр билдәләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов Рәсәй төбәктәренән килгән 25 уҡыусыға бүләктәр тапшырҙы.
Районыбыҙҙан был олимпиадала Асҡын 1-се һәм 2-се урта мәктәптәренән биш уҡыусы ҡатнашты.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе балалар яҡшы әҙерлек һәм тәрән белем күрһәтте.
Һөҙөмтәләр үҙҙәре үк һөйләй: Асҡын 1-се мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Ләйсән Фәтхетдинова (уҡытыусыһы Илүзә Әлтәф ҡыҙы) һәм Асҡын 2-се мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Риана Фәүзетдинова ( уҡытыусыһы Вилена Фәүзәт ҡыҙы) призер булды.
Бынан тыш, «Йәншишмә» балалар гәзитенең Почет грамотаһы менән Асҡын 2-се мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Ләлә Шәрәфетдинова билдәләнде.
Телһөйәр уҡыусыларҙы һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.